Өфөнөң Затон биҫтәһендә асылған 9-сы ҡала дауаханаһының яңы поликлиникаһында тәүге пациенттар ҡабул ителә башланы. Тәүлегенә 900 пациентты хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән медицина учреждениеһында өлкәндәр, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ҡаралған. Ҡала халҡы түҙемһеҙләнеп көтөп алған поликлиника « Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын модернизациялау программаһы» төбәк проекты сиктәрендә сафҡа индерелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Затон биҫтәһендә тәүге тапҡыр яңы поликлинакаға табипҡа килгән пациенттар икеләтә шат. Беренсенән, аҡ халатлы белгестәргә ҡала үҙәгенә алыҫҡа йөрөргә түгел. Икенсенән, иҫке поликлиника урынана ҡабул итеү яҡты, заманса , 7 ҡатлы бинала алып барыла .
Поликлиникала яңы медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән компьютер томографияһы, маммограф, рентген, УЗИ урын алған. Учреждениела стоматология кабинеты һәм дарыухана пункты асыҡ.
Поликлиника баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән 41 мең кешегә медицина ярҙамын күрһәтеүгә иҫәпләнгән. Киләсәктә бында Өфөнөң башҡа райондарынан граждандарҙы теркәү көтөлә. Сменаға яңы учреждениела 900 кешене ҡабул итергә мөмкин.
Поликлиника «Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын модернизациялау программаһы» төбәк проекты сиктәрендә сафҡа индерелде. Бинаны төҙөү һәм ҡоролмалар менән йыһазландырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелде. Уҙған аҙнала учреждениены асыу тантанаһы үтһә, бөгөндән поликлиникала эш тәртибендә граждандар ҡабул ителә башланы.
Флорида Ким






