Ауырғазы районының тәүге ҡатын-ҡыҙ табиптары Мәрйәм Рәжәпова менән Мария Деренкова хөрмәтенә иҫтәлекле таштар ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта Талбазы үҙәк район дауаханаһында музей ҙа асылды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Уны Максим Горький «Минең университеттарым» повесында һүрәтләй. Биографик һәм портрет һыҙаттарын яҙыусы «Клим Самгиндың тормошо» романындағы Любовь Сомова персонажына бирә. Ауырғазы районының Маҡар ауылында фельдшер булып эшләгән Мария Деренкова ҡатын-ҡыҙ матурлығының идеалы ғына түгел, халыҡтың һаулыҡ һағында тороусы була. 19 һәм 20 быуаттар сигендә йөҙләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарған Мария Степановнаға Иҫке Маҡар ауылы зыяратындағы ҡәберлегенә иҫтәлекле таш ҡуйылды.
Мәрйәм Рәжәпова менән Мария Деренокованың тормошо ауыр йылдарға тура килә. Уларҙың эшен дауам итеүсе аҡ халатлылар әле лә заман ҡуйған һынауҙарҙы лайыҡлы үтә.
Тарихты яҡшыраҡ белеү өсөн Талбазы үҙәк район дауаханаһында музей эшләй башланы. Уны асыу сараһында һаулыҡ һаҡлау тармағы ветерандары ҡатнашты. Улар төрлө иҫтәлектәре менән бүлеште. Музей асыу хыялы менән район дауаханаһы табиптары күптән янып йәшәгән.
Ҙур булмаған музей бүлмәһендә Талбазы үҙәк район дауаханаһының бер быуатҡа якын тарихы һыйған. 80-се йылдарҙа тапшырылған байраҡ, фотоһүрәттәр һәм архив документтар. Уларҙың һәр береһе - ҡәҙерле экспонат.
Һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында бөгөн дә яуаплы бурыстар тора. Үрнәк алырлыҡ шәхестәр булғанда ҡаршылыҡтарға бирешмәй эшләргә мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова



