Бөгөн “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы күрһәтелә. “103-сө миҙгел сағыу тамашалар, премьераларға бай булды, ҡаҙаныштар, уңыштар берҙәм тырыш хеҙмәте”, - ти театр директоры Иршат Фәйзуллин. Коллектив яңы миҙгелдә Ҡабарҙы-Балҡар республикаһына һәм Ҡазанға гастролгә барырға йыйына.
Бөгөн театрҙа әүҙем хеҙмәттәшлек иткән журналистарға "Рәхмәт хаттары" тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында “Юлдаш” радиоһынан коллегаларыбыҙ Ирек Әхмәтшин, Сәриә Рамазанов, Нияз Әбелғазин һәм Гөлнур Моталлапова бар.
Быйыл да театр коллективы матур йолаға тоғро ҡала – артистар Арыҫлан Мөбәрәков, Мәжит Ғафури һәм Мостай Кәрим һәйкәлдәренә сәскә һала. Спектакль алдынан театрлаштырылған тамаша күрһәтелә.




