Сара Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында үтә. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән башҡорт теле уҡытыусылары һәм тәрбиәселәр тәжрибә уртаҡлаша. Тел белгестәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола, күргәҙмәләр эшләй. Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов һөйләй.
“Ошондай семинарҙар берләштерә, һөнәри үҫешкә дәртләндерә”, - ти сарала ҡатнашҡан уҡытыусылар.
Семинар-кәңәшмә иртәгә лә дауам итә. Уҡытыусылар Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында, ә тәрбиәселәр Шамонин ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.




