Хәйриә концертында Фидан Ғафаров, Гүзәл Уразова, Иҙел Нурғәлин, Зәйнетдин башҡарыуында өфөләр өсөн популяр йырҙар яңғыраны, «Мираҫ» ансамбле сығыш яһаны.
«Беҙ бергә!» тип исемләнгән фестивалдең маҡсаты изге - концерт барышында йыйылған аҡса махсус операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирҙарыбыҙға йүнәлтеләсәк. Ошондай уҡ концерт бөгөн дә үтә. Ҡала мәҙәниәт һарайында Әнүәр Нурғәлиев, Элвин Грей, «Бишбармаҡ» этно-төркөмө һәм башҡа популяр башҡорт эстрадаһы вәкилдәре сығыш яһай. Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.



