Юғары уҡыу йортонда имтихандар мәле ҡыҙыу бара. Йәш таланттар ҡатнашлығындағы «Эх, Өфө ҡыҙҙары» тип исемләнгән тамаша ошо көндәрҙә уҡыу йорто сәхнәһенә сығарылды. Пьеса авторы - Ибраһим Абуллин, спектаклде музыкаль яҡтан Шамил Ҡолбарыҫов биҙәгән. Әйткәндәй, композиторҙың тыуыуына быйыл 100 йыл тула. Шуға ла әҫәрҙе һайлауҙа һорау тыумаған. Музыкаль комедияла уҡыу йортоноң вокал сәнғәте кафедралары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты, уларҙың күпселеге өсөн актер ролен башҡарыу - тәүге тәжрибә.



