Ул махсус хәби операцияға арнала. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Кинотаҫмала һүҙ республиканың көслө һәм ҡыйыу кешеләре, заман ҡуйған яңы талаптар тураһында бара. Фильм республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары материалдарына нигеҙләнә. Унда фронт һыҙығында төшөрөлгән уникаль кадрҙар файҙаланылған. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова әҙерләгән репортажда.
Контроль ҡарауҙа Артур Ғәлиеа тамамланыу өҫтөндә булған фильм кадрҙарына уҡтала. Ил, республика тарихы уның тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. 21 йәшлек кесе сержант һуғыш ялпнында мөһим документтар тапҡан, командирын ҡотҡарған һәм үҙе лә йәнәшәһендә танк снаряды шартлауҙан һәләк була яҙған. Ул экрандың икенсе яғында-алғы һыҙыҡта ла, тылда ла булып өлгөргән. Был премьера күптәр өсөн асыш буласағын да яҡшы белә.
Был «Башкортостан. Хроника» циклынан өсөнсө фильм, әммә махсус хәрби операция хаҡында тәүгеһе. БСТ телеканалы һәм Республика менән идара итеү үҙәге төбәк киң мәғлүмәт саралары төшөргән төплө материалдарҙы бер урынға туплап күләмле эш башҡарған.
Фильм ҡыйыу, көслө Башҡортостан кешеләре хаҡында. Алғы һыҙыҡтан уникаль кадрҙар. Ил һағында мобилизацияланыусылар һәм үҙ ирке менән фронтҡа китеүселәр ... һәм ныҡлы тыл.
Ҙур фундаменталь эштә махсус хәрби операция менән бәйле республиканың йыл ярым эсендә бер бөтөн булып йәшәйеше хронологияһы тупланған.
«Башкортостан. Хроника.» фильмы премьераһы БСТ телеканалында студиялағы әңгәмә оҙатыуында үтәсәк. Кесе йома, йома көндәре киске сәғәт 7-лә күрһәтеләсәк премьераға төрлө өлкәлә эшләүсе һөнәр эйәләре саҡырылған
Гүзәл Борханова



