Башҡортостанда М-12 федераль трассаһы төҙөлөшө дауам итә

Дүртөйлө, Борай, Тәтешле райондары аша үткән юл оҙонлоғо 140 саҡрым тәшкил итә һәм ул ҙур ҡалалар араһындағы араны яҡынайтып водителдәргә ваҡытты экономияларға булышлыҡ итәсәк. Федераль әһәмиәттәге юл участкаһы киләһе йылға төҙөлөп бөтөр тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Дүртөйлө-Әшит юл участкаһында ҡеүәтле техника тауышы тынмай. 1200 йөк машинаһында эшселәр трассаның нигеҙен ҡаҙып, юлға ҡырсынташ һәм ҡом түшәй. Ә инде июлдә был участкала асфальт ҡатламы һалына башлаясаҡ.

Түләүле автомагистраль аша машиналар сәғәтенә 120 километр тиҙлеккә тиклем хәрәкәт итә аласаҡ. Заманса трассала 15 күпер һәм тиҫтәгә яҡын транспорт үткәүеле, юл буйы сервисы объекттары төҙөлөшө лә ҡаралған .

Ҡазан - Екатеринбург М-12 магистрале Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса төҙөлә. Проект буйынса ғәмәлдәге федераль юл селтәрен төҙөкләндереү һәм яңы участканы индереү күҙаллана. Яңы юл ярҙамында Өфөнән Ҡазанға 4, Өфөнән Екатеринбургҡа - 6, Ҡазандан Екатеринбургҡа 7 сәғәт эсендә барып етеп була.

136 миллиард һумға иҫәпләнгән юл участкаһы водителдәргә юл ваҡытын экономияларға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, төбәкте хәүефһеҙ һәм сифатлы юл менән тәьмин итеүҙең бер миҫалы буласаҡ.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ