Уның тәүге көнө белем биреү тармағының мөһим һорауҙарына арналды. Семинарҙа ҡатнашыусы педагогтар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Тәңкәләре сыңлап торған милли биҙәүес, ҡушъяулыҡ һәм камзул. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе Лилиә Әсхәт ҡыҙы милли әйберҙәрҙе Башҡортостан оҫталары үткәргән күсмә дәрестә эшләргә өйрәнә. Дәртләнеп, биҙәүестәр эшләү буйынса ғына түгел, башҡорт телен өйрәнеү түңәрәген дә аса. Әле ул Арғаяш районының Кузнецкое ауылында 17 балаға белем бирә.
Силәбе өлкәһенең 35 белем биреү ойошмаһында башҡорт телен 3 мең 677 уҡыусы өйрәнә. Бынан тыш, ололар өсөн дә түңәрәктәр эшләй.
Семинарҙа Силәбенән тыш, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан һәм Ҡаҙағстан республикаларынан 60-ҡа яҡын башҡорт телен уҡытыусыһы йыйылды. Әйткәндәй, Ҡаҙағстан вәкилдәре бындай сарала тәүгә ҡатнаша. Учалы районында тыуып-үҫкән Фирҙәүес Бәхтийәр ҡыҙы 40 йыл Кустанай ҡалаһына күсә. Балаларҙы музыканан уҡыта. Биш йыл элек «Азатлыҡ» этно-мәҙәни берләшмәһе нигеҙендә башҡорт телен өйрәнеү түңәрәген аса.
Башҡортостанда ла уҡытыусыларға ярҙам итеү программаһы уңышлы эшләй. Атап әйткәндә, матди ярҙамға дәғүә итеүселәр исемлеге ике тапҡырға арттырылды. Быға тиклем тик башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары өсөн генә премиялар биреү ҡаралһа, быйылдан Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса аҡсалата ярҙамға туған тел уҡытыусылары ла дәғүә итә.
Интерактив дәрестәрҙе нисек ойоштороу, презентацияларҙы заманса эшләү, уҡытыу стандарттарындағы үҙгәрештәр. Семинар барышында ошо һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Әлфинә Килдейәрова



