Республикала «Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән» Халыҡ ара арт- пленэр үтә

Беҙҙең рәссамдар менән берлектә Беларусь республикаһынан килгән рәссамдар хозур тәбиғәт мөйөштәрендә булып картиналар яҙа. Ижадсыларҙың эшен БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.

Тәбиғәттән алған илһам менән ун көн эсендә ун картина. Пленэр -асыҡ һауала һүрәт төшөрөү. Хозур тәбиғәт ҡосағында ул гүйә үҙенән-үҙе яҙыла. Бумаланы төҫлө буяуҙарға манып ҡына өлгөр. Майҙанда бер юлы ике республика ижадсылары.

Арт- пленэрҙы үткәреү өсөн Мораҙым тарлауығы осраҡлы һайланмаған. Сылтырап аҡҡан йылға буйы, йәшеллек - ҡайҙа ҡараһаң да картина яҙырға була. Тарлауыҡты күрергә килгән туристар өсөн тәжрибәле рәссамдар оҫталыҡ дәресе үткәрергә лә өлгөрә. Кескәй ҡулдар һыҙғылаған эҙҙәр картинала иҫтәлек булып ҡаласаҡ.

Халыҡ-ара мәҙәни сарала Башҡортостандан 11 һәм алты Белорусия рәссамы ҡатнаша. Күккә олғашҡан тауҙар, өҫкә ауып килгән ҡаялар белорус рәссамдарына ла тауҙай илһам биргән.

Ландшафт бик матур. Белорусияла ҡалҡыулыҡтар бар, бындай мөһабәт тауҙар юҡ. Беҙгә ныҡ оҡшай. Саҡырған, матур ҡаршылыаған һәм ҡунаҡ иткән өсөн рәхмәтлебеҙ.

Виктор Барабанцев, Белоруссияның рәссамдар союзы ағзаһы

11 июндән 28 нә тиклем дауам иткән пленэр программаһы өсөн республиканың иң матур туристик маршруттары һайланған. Картиналарҙа Ишембай районының Торатауы, Ғафури районының Таш- аҫты, Мәләүез районынынң Нөгөш буйҙары һәм башҡа хозур тәбиғәт мөйөштәре сағылыш табасаҡ.

Рәссамдар картиналарын киндергә майлы буяуҙар шулай уҡ акварель, акрил һәм ҡәләм менән дә яҙа.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ