Башҡортостан сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарының беренсе республика форумы ойошторолдо

«Красноусол» шифаханаһында Башҡортостан сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарының беренсе республика форумы ойошторолдо. «Сыуаш ҡатын-ҡыҙының рухи- әхләҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙағы роле» тип исемләнгән фекер алышыу майҙаны 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы берләштерҙе.

Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларында эшләгән 9 район, 8 ҡала вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты, сыуаш миллли нағыштары күргәҙмәһе менән танышты. Йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларының әүҙем ағзаларына Рәсәй һәм республика ҡатын-ҡыҙҙары союздарының, «Сәрбикә» төбәк советы менән Башҡортостан сыуаш милли конгресының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Пленар өлөштән һуң, форум эше ике майҙанда дауам итте. «Үҫеп килеүсе йәш быуынға рухи-әхләҡи тәрбиә биреүҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлек», «Сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары милли костюмы-тарихи-мәҙәни феномен» тигән темаларға сығыштар яңғыраны.

Беҙҙең форумда ҡатнашыусыларҙың географияһы бик бай. 2018 йылдан бирле беҙ милли үҙенсәлектәребеҙҙе, телде һаҡлау буйынса мөһим проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ.

Людмила Бәҙретдинова, «Сәрбикә» сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары төбәк советы рәйесе, медицина фәндәре докторы, профессор
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ