Офис ултырғыстары яһаусыға миллион һумлыҡ эш хаҡы. Өфөлә бер предприятие баш технолог вазифаһы өсөн ошо тиклем хеҙмәт хаҡы менән вакансия тәҡдим итә. Эшсе креатив ҡарашлы, уйлап сығарыу һәләте менән булыуы шарт. Шул уҡ предприятиела программисҡа ике йөҙ мең хеҙмәт хаҡы түләргә әҙерҙәр. Был вакансиялар «Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй хеҙмәт йәрминкәһенә сығарылған.
Бындай күләмле вакансиялар йәрминкәһе илдә тәүге тапҡыр ойошторола. Уның төбәк этабы 14 апрель үтһә, федераль өлөшө 23 июндә баш ҡаланың «Өфө-арена» боҙ һарайында уҙа. Сарала республиканың 978 предприятиеһы ҡатнаша һәм 13 меңдән ашыу хеҙмәт урындары тәҡдим итә. Йәрминкәнең төбәк этабына 20 меңдән ашыу кеше килһә, федераль кимәлдә уҙғарылғанында 50 мең тирәһе эш эҙләүсе көтөлә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был йәрминкә генә түгел, ә һөнәрҙәр фестивале. Унда ҡатнашыусыларға профессиональ йүнәлеш, өҫтәмә белем, эш биреүселәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алыу мөмкинлеге лә бар.






