Уҡыу йортоноң “Талария” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Студент яҙы” фестивалендә 1-се урын алды. Ижади ярыш Ханты-Мансийск ҡалаһында үтте. Унда илдең 70 төбәгенән 2 меңдән ашыу йәштәр ҡатнашты. “Ансамблдең уңышы менән ғорурланабыҙ”, - ти колледж директоры Ришат Сабитов.




