“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” Башҡортостан хәрби бәрелештәр ветерандары союзы яугирҙәргә гуманитар ылау тапшырҙы. “Әйберҙәр һалдаттарҙың ихтыяждарынан сығып тупланды”, - ти берлек рәйесе Тимерйән Рәжәпов. “Махсус хәрби операция биләмәһендә ир-егеттәр менән осраштыҡ. Республика халҡы йыйған кәрәк-яраҡтарҙы тапшырҙыҡ. Һалдаттарҙың кәйефе көр. Улар хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй”, - ти Тимерйән Рәжәпов.
Республикала “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре өсөн гуманитар ярҙам йыйыу башланды. Посылкалар “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк һәм урындағы бүлексәләрендә ҡабул ителә. Һалдаттарға эске кейем, ойоҡ, шәхси гигиена әйберҙәре, батарейка, консервалар, тәмәке, шәкәр, сәй, ҡәхүә ебәрергә тәҡдим ителә. Иҫерткес эсемлектәр, аҡса, осло әйберҙәр, гаджеттар һалыу тыйыла. Бандеролдәрҙе 24 июнгә тиклем тапшырырға була.







