Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай яҙғы сессияһын һәм 6-сы составтағы биш йыллыҡ эшен йомғаҡланы. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы ҡатнашты. “Беҙгә еңел булмаған һынауҙар бирелде. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа оператив ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙ өсөн рәхмәт”, - тине Радий Хәбиров.
Пленар ултырыш алдынан депутаттар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.




