Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншиндың «Тайга һуҡмаҡттарында» тип аталған китабының исем туйы үтте.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә нәшер ителгән йыйынтыҡ уҡыусыны Алыҫ Көнсығыштың тәбиғәте һәм хайуандары менән таныштыра. Йыйынтыҡҡа һыуһар -»Маха» һәм һеләүһен - «Боцман» тураһында әҫәрҙәр ингән. Өсөнсө повесть «Йомарт Буге» Уссурий тайгаһындағы бер һунар миҙгеле тураһында һөйләй. Автор хайуандарҙың ҡылыҡтарын аңларға, эҙҙәрен уҡырға өйрәтә. Балыҡсыларҙың көнкүреше, удегей һунарсыларының йәшәү рәүешен һүрәтләй. Китап мәктәп китапханаһы өсөн тәғәйенләнгән һәм 5 мең тираж менән донъя күргән.



