Башҡортостандан бер йыллыҡ әрме хеҙмәтенә саҡырылыусы сираттағы эшелон хәрби частарға оҙатыла

200-ҙән ашыу егеттәр коронавирус инфекцияһына тест тапшырған, хәрби кейем, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән. Уларҙың бер өлөшө Мәскәү өлкәһенә, күпселеге Алыҫ Көнсығышҡа юлланасаҡ. Уссурийск ҡалаһында урынлашҡан хәрби часҡа тиклем егеттәр поезда 6 көн барасаҡ.

Алда уларҙың присяга ҡабул итеү һәм хәрби күнекмәләр көтә. Хәрби хеҙмәтте егеттәр ҡоро ер ғәскәрҙәрендә үтәсәк. Йәмғеһе яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5 меңдән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алына. Республика комиссариатынан белдереүҙәренсә, улар махсус хәрби операция биләмәһенә йүнәлтелмәй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ