Күп балалы ғаиләләргә дәүләттән 30 мең һум. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ошо турала бөгөн закон проектын ҡараны. Парламентарийҙар бөтәһе алтмыштан ашыу мәсьәлә тикшерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Һуңғы ултырыш Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан бер минут тынлыҡ менән башланды. Алтынсы саҡырылыш депутаттары өсөн ҡатмарлы осор тура килде. Коронавирус, көнбайыш санкциялары, махсус хәрби операция - бындай шарттарҙа һөҙөмтәле эш күрһәткәне өсөн төбәк етәксеһе депутаттарға рәхмәт белдерҙе.
Донъяла барған хәлдәр патриотлыҡ темаһына иғтибарҙы йүнәлтте. Депутаттар ватансылыҡ тәрбиәләү тураһындағы закон проектын ҡабул итте. Ҡануниәттә ватансылыҡты формалаштырыу буйынса төрлө кимәлдә эшмәкәрлекте ойоштороу һорауҙары асыҡлана.
Ульяновский һәм Һамар өлкәләрендә халыҡтың аҙ алкоголле эсемлек эсеп ағыуланыу һәм һәләк булыуы был тәңәгәлдә законды ҡәтғиләштереү ихтыяжын тыуҙырҙы. Ҡанун ярҙамында сауҙаға контрафакт продукция сығармау һәм был төр эсемлекте етештереүселәрҙән һалым түләүҙе көйләү көтөлә.
Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат - республиканың иң ҙур ҡалаларында һауа таҙалығының торошо халыҡта күп һорауҙар тыуҙыра. Был тәңгәлдә парламентарийҙар экология кодексына үҙгәреш индереү тураһында закон проектын ҡараны. Уға ярашлы һауа бысраныуын тикшереү эшен ойоштороу федераль үҙәктән төбәк хөкүмәтенә тапшырыла. Шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар темаһы ла закон сығарыусылар иғтибарынан ситттә ҡалмаған.
Республикала алтын ҡуллы оҫталар бынан ары почетлы исем алыуға дәғүә итә аласаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы тигән исем булдырыла. Ишле ғаиләләр иғтибарына яңылыҡ бар. Яңы йылда закон үҙ көсөнә ингән хәлдә, күп балалы ғаиләлә уҡыусы түләп уҡытыла икән, йылына дөйөм сумманың 50 проценты дәүләттән кире ҡайтарыла, тик уның күләме 30 мең һумдан артмаясаҡ. Ултырышта бөтәһе алтмыштан ашыу мәсьәлә ҡаралды. Улар төбәк ҡаҙнаһы үтәлеше, туризм өлкәһе, суррогат әсәлек һәм башҡа көнүҙәк темаларға арналды.
Рәмилә Исмәғилева



