Ул махсус хәрби операцияға арнала. Кинотаҫмала һүҙ республиканың көслө һәм ҡыйыу кешеләре, заман ҡуйған яңы талаптар тураһында бара. Фильм республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары материалдарына нигеҙләнгән, фронт һыҙығында төшөрөлгән уникаль кадрҙар файҙаланылған. «Башкортостан. Хроникалары « фильмы премьераһы БСТ телеканалында студиялағы әңгәмә оҙатыуында барҙы. Документаль фильмдың икенсе серияһы иртәгә киске 7-лә күрһәтелә.






