Туймазы ҡалаһы уҡыусылары Арктика буйлап сәйәхәт итә

Балаларҙың сәләм хатын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Туймазының 7-се мәктәбенән 10-сы класс уҡыусыларының фотоһүрәттәрен күрһәтте.

Әле балалар Мурманскиҙа. Был сәфәрҙе улар «Арктика мираҫын ас» республика конкурсында еңеүгә лайыҡ булып яулаған. Был сара Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм «Диңгеҙ арктикаһының геологик тикшеренеү экспедицияһы» ярҙамында ойошторолған.

«Ҡотопсолар музейын асҡанда, Арктика темаһы беҙҙең халыҡҡа шул тиклем яҡын булырын күҙ алдына ла килтермәнек. Әммә уны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ярата. Башҡортостан уҡыусылары ҡатнашҡан конкурс быға асыҡ миҫал. Ә Өфөнөң юбилейына 2024 йылда бында үҙ экспозицияларын Санкт-Петербургтан Арктика һәм Антарктика, Красин боҙватҡысы музейы алып киләсәк. Шул иҫәптән Валериан Альбанов экспедицияһы менән бәйле экспонаттарҙың төп нөсхәләрен күрергә мөмкин буласаҡ», тип яҙған Башҡортостан Башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ