Модулле ҡунаҡханалар, глемпинг һәм башҡа туризм объекттарында 2024 йыл аҙағына тиклем 500 яңы номер асыла. Был турала Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте. Сәйәхәт итеүселәр өсөн заманса шарттар, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендәге конкурс йомғаҡтары буйынса төбәктәрҙе субсидиялау һөҙөмтәһе,- тип яҙа Радий Хәбиров.
Башҡортостанда 16 инвестиция проекты хупланған, уларҙы ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджетта 258 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. 390 миллион һум Башҡортостан бюджетынан ҡушып финанслау һәм инвесторҙар сығымдарынан өҫтәлгән.
Атап әйткәндә, Шишмә районындағы башҡорт аты үҙәгендә яңы глемпинг, Ишембай районында агро туризм комплексы, Әбйәлилдә йыл әйләнәһенә эшләгән глемпинг асыла. Бынан тыш, Белорет, Ейәнсура, Иглин, Илеш, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шаран райондарында әле эшләп килгән туризм объекттарында яңы урындар барлыҡҡа килә. Әбйәлил, Белорет, Ғафури һәм Ҡариҙел райондарында глемпингтар киңәйә.
Федераль статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостан буйлап 2 миллиондан ашыу кеше сәйәхәт иткән. Йылдан-йыл республикаға туристар ағымы көсәйә. Уларға уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу өсөн эште дауам итәсәкбеҙ тип билдәләгән Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.






