Өфө Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә

Тәүге ҡунаҡтарҙы республикала бөгөн таңға ҡарай ҡаршы алдылар. Йәштәр йыйыны Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы сиктәрендә ойошторола. Унда төрлө йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Беларусиянан 100-гә яҡын йәш кешенең килеүе көтөлә. Уларҙың күбеһе Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр.

Йәштәр йыйыны иртәгә асыла. Халыҡ-ара йәштәр форумы барышында Өфө-Минск-Брест телекүпере лә ойошторола. Йәштәрҙе ижади берекмәләргә йәлеп итеү, ауыл ерендә тормош шарттарын яҡшыртыу, студент отрядтарында һанлы технологияларҙы ҡулланыу мәсьәләләре фекер алышыуҙың көн тәртибенә ҡуйылған. Шулай уҡ ике яҡлы хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыу ҙа ҡарала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ