Законға ярашлы, Йәштәр көнөндә хәмер һатыу тыйыла. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, йәштәр көнө июндең аҙаҡҡы шәмбеһе үткәрелә. Быйыл ул 24 июнгә тура килә. Шул уҡ ваҡытта республикала ҡайһы бер район- ҡалаларҙа байрамды рәсми датанан иртәрәк йәки һуңыраҡ уҙғарырға ҡарар ителгән. Был осраҡта хәмер һатыуҙы тыйыу шул көндә ғәмәлдә була.






