Башҡортостандан сираттағы гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды

Уны туплауҙа 12 муниципаль район һәм 3 ҡала округы ҡатнашҡан. Ылау башлыса төҙөлөш материалдары һәм вездеход автомобилдәрҙән тора. Ярҙам Башҡортостан яугирҙарының заявкалары буйынса әҙерләнгән.

Ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алты район башлығы оҙатып бара. Улар яҡташтары менән осрашып, хәлдәрен белешергә теләй. Гуманитар ярҙам менән бергә Луганск халыҡ республикаһы һәм Херсон өлкәһе балаларына нәфис әҙәбиәт тә юлланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ