Өфөлә иң оҫта шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде

«Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы» патриотик хәрәкәте тарафынан ойошторолған «Йөрәктәрҙе елкендереп» Бөтә Рәсәй конкурсы финалистарының бер өлөшө Башҡортостандан.

Ижади бәйге ойошманың үҙәк штабы рәйестәше, СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой иҫтәлегенә арналған. Актер лирик әҫәрҙәрҙе оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле. Олоһонан кесеһенә тиклем ҡатнашҡан конкурста 15 илдән 12 меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән, ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан иң әүҙем төбәктәр исемлегендә. Бәйге тотоусылар башлыса Бөйөк Ватан һуғышы, илһөйәрлек темаһына арналған шиғырҙарҙы һөйләгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ