Күгәрсен районы Мораҡ ауылында бал етештереүсе ойошмала балауыҙ күбәләге үрсетелә

Киптерелгән бөжәктәр татлы аҙыҡҡа өҫтәлә. Етештереүселәр фекеренсә, ҡатнашма сәләмәтлек өсөн файҙалы. Шулай уҡ бында прополис, лимон, бөтнөк һәм башҡа натураль ҡатнашмалар менән бал эшләп сығарыла. Һәр өҫтәмә төрлө ауырыуҙар ваҡытында ҡулланыла. Предприятиеның 45 түмәр, 25 солоҡ һәм ябай умарта күсе бар. Быйыл эшҡыуар агротуризм йүнәлешен үҫтерергә иҫәп тота.

Кеше организмына эләккән вирустарҙың микроорганизмы балауыҙ һымаҡ тышса менән ҡапланған. Ә балауыҙ күбәләгенең ферменты уны емерә һәм организмға вирусҡа ҡаршы көрәшеү еңелләшә.

Руслан Ғүмәров, ойошма етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ