Унда союздаш дәүләттәрҙән 400-гә яҡын уҡыусы ҡатнашыр тип көтөлә. Фестиваль Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында ойошторола. Мини-футбол, баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон һәм йөҙөү буйынса көслөләр асыҡлана. Ярышты асыу тантанаһы 26 июндә «Ватан» этнопаркында үтә.



