“Алға” махсус иҡтисади зонаһының майҙаны 300 гектарға киңәйҙе

        Уға “Өфө” индустриаль паркы биләмәләре лә ҡушылды. Ошоға бәйле ҡарарға Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, "Алға"-ның майҙаны сикле булыу ҙур инвесторҙарҙы махсус иҡтисади биләмәгә йәлеп итеүҙе тотҡарлап килде. Өҫтәүенә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ районында бүленгән участкалар 80 процентҡа тулғайны. Шул уҡ ваҡытта резидент булырға теләк белдергән сит ил инвесторҙары арта бара. Хәҙер махсус иҡтисади биләмә 763 гектар майҙанды биләй. Яңы участкалар Өфө районында урынлашҡан. Бында үҫешкән инженер һәм транспорт  инфраструктураһы ла бар. Бишенсе майҙансыҡта ағас эшкәртеү, машиналар эшләү, йорт йыһаздары етештереү, ҡағыҙ әйберҙәр сығарыу буйынса заманса предприятиелар урынлаштырыу ҡарала. Инвестициялар 13 миллиард һумға баһалана. 800-гә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш.

Фото №1 - “Алға” махсус иҡтисади зонаһының майҙаны 300 гектарға киңәйҙе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ