Бөгөн Өфөлә халыҡ башланғыстарын хуплау йәмәғәт штабы эшләй башланы

      Уны асыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Үҙәк әүҙем кешеләрҙең башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтә. Штаб нигеҙендә илдең яңы төбәктәрендә эшләү һәм хәйриә саралары уҙғарыу өсөн ирекмәндәр ҙә әҙерләнәсәк. Офис баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йортта урынлашҡан. “Штаб Тыуған илен яратҡан, уның үҫешенә битараф булмаған кешеләрҙе берләштерә. Бында ил һәм республика өсөн файҙалы башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итәсәктәр. Ойошмаға уңыштар теләйем!” – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

        Йәмәғәт башланғыстарын хуплау штабтары Рәсәйҙең 30-ға яҡын төбәгендә асылған.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә халыҡ башланғыстарын хуплау йәмәғәт штабы эшләй башланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ