Радий Хәбиров бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны

      “Беҙ һынылышлы осорҙа йәшәйбеҙ. Беҙҙең күҙ алдында яңы күп ҡотопло донъя барлыҡҡа килә һәм нығына. Бында беҙҙең ил әһәмиәтле роль башҡара. Тарихи заманда йәшәйбеҙ. Халыҡ тыуған ил, бөйөк Рәсәй өсөн күтәрелде”, - тине ул.

Радий Хәбиров бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны

        Быйыл 10 сентябрҙә республикала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 7-се составы депутаттары өсөн тауыш биреү була, шулай уҡ район, ҡала һәм ауыл советтарына һайлау уҙа. “Дәүләт Йыйылышының яңы саҡырылышы иң яҡшы традицияларҙы дауам итеренә ышанам”, тине  Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ