Хед Хантер агентлығы сығарылыш уҡыусылары араһында фекер белешкән. Вузды һайлағанда, беренсенән, ҡыҙыҡһындырған факультет йәки программа булыуына иғтибар итергә кәрәк. Икенсенән, уҡытыусылар тәжрибәһе, юғары уҡыу йорто абруйы һәм рейтингын белеү мотлаҡ. Өсөнсөнән, студенттар фекерен белешеү кәңәш ителә. Бынан тыш, юғары уҡыу йортонда өҫтәмә курстар йәки ҡыҙыҡлы программалар булыуы һәм ҡайҙа урынлашыуы мөһим. 20 июндән юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү башланды. Быйыл республика вуздарында 15 меңгә яҡын бюджет урыны булдырыла.







