Бөгөн баш ҡалала Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәренең унынсы форумы башлана. Уның барышында республика исеменән 30-ға яҡын килешеүгә ҡул ҡуйыу көтөлә. Шулай уҡ төрлө мәҙәни саралар үтә. “Дуҫлыҡ урамы” фестивале, “Симфоник төн” музыка байрамы, “Евразия йөрәге”, “Славян баҙары” мәҙәниәт фестивалдәре ойошторола.







