Бөгөн штрафын, һалым һәм алиментын ваҡытында түләмәгән водителдәрҙе асыҡлауҙың һуңғы көнө. Махсус операция барышында юл инспекторҙары һалым органдары һәм суд приставтары менән берлектә рейдтар уҙғарҙы. Бындай саралар һөҙөмтәһен бирә. Йыл башынан республикала 5 меңгә яҡын бурыслы асыҡланған. Уларға өҫтәмә штраф һалына, ҡайһы бер осраҡта 15 тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.







