Өфөнөң Совет майҙанында штурмлау, снайпер һәм разведка роталары һалдаттарын оҙатыу тантанаһы үтте. Ир-егеттәр һәм уларҙың яҡындары һөйләй.
“”Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының төп берләшмәләрен туплау тамамланды. Республика һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә даими ярҙам күрһәтәсәк. Һеҙгә иҫән-һау йөрөп ҡайтыуғыҙҙы теләйбеҙ”, - тине сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
29 июндә “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына байраҡ тапшырыла.








