Башҡортостан Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы

Һайлаған һөнәренә тоғро хеҙмәт иткән табиптар юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Шулай уҡ, район-ҡала дауаханаларына өр-яңы автомобиль асҡыстары тапшырылды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

«Башкортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙандан республиканың төрлө нөктәләренә тиклем. Республика етәксеһе Радий Хәбиров 56 район- ҡала дауаханаларына «Лада Нива Трэвэл» автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Улар «Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса һатып алынған.

Красноусол үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлеген дә өр-яңы машина тулыландырҙы. Медицина учреждениеһының автомобилдәр паркы һуңғы тапҡыр 2019 йылда яңырған.

Автомобилдәр иртәгәнән үк дежурға сығасаҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө үтһә лә, аҡ халатлыларҙы тәбрикләү дауам итә. Республика Башлығы ҡулынан тиҫтәләгән табип Рәсәй һәм Башҡортостан наградаларын алды. Тулкынландырғыс мәлде Архангел районында терапевт булып эшләүсе Венера Мостафина ла кисерҙе. Ул тәүҙә Мишкә районында эшләгән, өҫ тиҫтә йыл элек тыуған яғына ҡайта. 37 йыл дауамында һөнәренә тоғро ҡалған табип көстө пациенттар менән аралашыуҙан алам, ти.

Тыуған яғына Нил Мәхмүтов та әйләнеп ҡайта. Медицина институтын тамамлағандан һуң, йүнәлеш буйныса Төмән өлкәһенә эшкә ебәрелгән йәш белгес сит тарафтарҙа оҙаҡ эшләй алмай. Хәҙер иһә юғары кимәлдәге балалар табибын Талбазы үҙәк район дауаханаһы етәкселеге ебәргеһе килмәй.

Табиптарға һәр осорҙа ла һынауҙар етәрлек. Күптәрҙе һөнәри яҡтан сыныҡтырған коронавирус пандемияһы, ҡыҙыл зоналар... Аҡ халатлы фәрештәләр үҙҙәрен аямайынса арымай-талмай хеҙмәт итте. Әле Рәсәй Федерацияһының яңы биләмәләрендә медицинаны күтәрергә, оҙаҡ йылдар тейешле күҙәтеү алмаған граждандарға һаулыҡтарын нығытырға ярҙам итәләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала башҡорт батальондары өсөн айырым медицина ротаһы ойошторолдо. Ул 1 июндә хәрби әҙерлек урынына юлланғайны. Уның составында табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, водителдәр бар. Шулай уҡ, улар менән бергә 5 машина, шул иҫәптән күсмә стоматология кабинеты юлға сыҡты. Үҙ эшен төплө белеүсе, иғтибарлы һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороусы табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен концерт номерҙары аша сәхнә йондоҙҙары ла еткерҙе.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ