Хеҙмәт һәм һунар ҡоралдары, биҙәүестәр, һауыт-һаба өлөштәре. Республика археологтары Шишмә районы Ябалаҡлы ауылы янында урынлашҡан тарихи биләмәлә Алтын Урҙа заманына ҡараған ҡомартҡыларға юлыҡҡан. Ошо көндәрҙә археологик биләмәләлә Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих институты студенттары ла ҡаҙыныу алып бара. Йәш ғалимдар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
Хеҙмәт ҡоралы ғына түгел, һауыт-һаба ярсыҡтары, биҙәүес өлөштәре, бысаҡ һәм һөңгө остары. Ябай кеше өсөн ҡиммәт түгел һымаҡ күренгән әйберҙәр археолог өсөн алтынға бәрәбәр. Сөнки өнһөҙ ҡомартҡылар ярҙамында ғалимдар быға тиклем асыҡ һорауҙарға яуап таба. Әйтәйек, ошо һауыт-һаба өлөштәренең төҫлө булыуы һоҡландыра. Буяуҙарҙы урта быуат кешеләре минералдарҙан, үҫемлектәрҙән яһаған. Күҙаллауҙар буйынса, бында йәшәгән халыҡ сейәлек мәҙәниәтенә ҡараған.
Ябалаҡлы ауылы янындағы тарихи биләмәне археологтар ике йыл элек тапҡан. Ҡасандыр уны үҙ иткән халыҡтың тимер эшкәртеү менән шөғөлләнгәне асыҡланған. Быны табылған тимер ҡойоу формалары өлөштәре иҫбатлай. Бынан тыш, урындағылар балсыҡ яндырған, һауыт-һабаны биҙәп, сит ерҙәргә һатҡан. Аҙна башынан бында Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих институты студенттары ҡаҙыныу алып бара. Быуаттар буйы ер аҫтында һаҡланған ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп йыя.
Әйткәндәй, Ябалаҡлы-1 тарихи ауылы Түрәхан кәшәнәһенән алыҫ түгел. Даталарҙы сағыштырып, уның төҙөлөшөнә бында йәшәгәндәр шаһит булған, тип күҙалларға мөмкин.
Ғалимдар әйтеүенсә, сейәлек мәҙәниәте вәкилдәре эҙҙәре Өфө-2 ҡаласығында ла осрай. Ҡомартҡыларҙың Күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһын байытыуы ихтимал. Ә әлегә
улар Республика Милли музейына тапшырыласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина



