Йәштәр көнөнә арналған төп байрам саралары «Дуҫлыҡ Монументы» тәңгәлендә Ағиҙел буйында үтте

Ул опен-эйр менән башланып, төнгө сәғәт 10-да ҡала диджейҙары ҡатнашлығында байрам дискотекаһы менән тамамланды.

Көндөҙ төп сәхнәлә «Студент яҙы» төбәк фестивале финалистары ҡатнашлығында концерт һәм халыҡ мәҙәниәте фестивале ойошторолдо. КВН-дың Йәйге кубогында Беларусь Республикаһының «Доктор Хаусс» командаһының ҡатнашыуы көтөлә. Ҡунаҡтар баш ҡалаға Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы юбилей форумы сиктәрендә килгән. Был ил вәкилдәре шулай уҡ «Студент яҙы» фестивалендә лә сығыш яһаны.

Өфө сәхнәһендә шулай уҡ Лауд төркөмө, Томас Мраз, Бейсик Бой, Адет һәм башҡа артистар ҙур байрам концерты менән сығыш яһаны. Ошонда уҡ урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары тарафынан ойошторолған бай күргәҙмә эшләне. Йәш конструкторҙар ярыш автомобилен тәҡдим итте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ