«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» һәм «Мәктәп туризмы» программаларын өлкәндәр һәм балалар «Башҡорт аты» байрамында ҡатнашырлыҡ итеп үҙгәртергә кәрәк. Радий Хәбиров был турала фестивалде ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.
«Башҡорт аты» 2-се халыҡ-ара фестивале Баймаҡ районында августа үтә. Төбәк етәксеһе байрамдың мөһимлеге һәм уны мөмкин тиклема киңерәк һәм күләмллерәк уҙғарыу кәрәклеген белдерҙе. Ултырышта фестивалдең эшлекле, мәҙәни һәм спорт өлөшө тураһында фекер алышынды.






