Рәсәй субъекттарында һәм сит илдәрҙә башҡорт телен уҡытыусылар Өфөгә семинарға йыйылды

Башҡортостандан тыш, Рәсәй төбәктәренең 50 мәктәбендә, 20 балалар баҡсаһында башҡорт теле тыуған тел булараҡ уҡытыла. Улар йыл һайын Өфөлә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша. Быйыл башҡорт телен өлгөлө уҡытыу буйынса семинарҙарҙың төп өлөшө Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ойошторолдо.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ