Владимир Путин Рәсәй халҡы, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ҡораллы көстәргә мөрәжәғәт итте. "Властар илде тарҡатыуға юл ҡуймаясаҡ, беҙ халыҡты һәм дәүләтселегебеҙҙе яҡлаясаҡбыҙ. Аңлы рәүештә хыянат юлына баҫыусылар үҙ язаһын аласаҡ, закон һәм халыҡ алдында яуап бирәсәк. Ҡораллы көстәр бойороҡ алды. Дондағы Ростовта хәлдәрҙе көйләү буйынса тейешле эштәр башҡарыла”,- тине Рәсәй президенты.




