Илдә барған бөгөнгө хәлгә Республика Башлығы үҙенең фекерен белдерҙе. “Башҡортостан Рәсәйҙең, Владимир Путиндың таяныслы төбәге булған һәм буласаҡ. Беҙҙең барлыҡ эштәребеҙ Президенттың ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Әлбиттә, беҙ уны яҡлайбыҙ”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡорт халҡы элек-электән берҙәмлектә-көс, тип йәшәгән. “Ошондай ҡатмарлы осорҙа берҙәм булырға тейешбеҙ. Илдә тыныс тормош булһын өсөн барлыҡ көсөбөҙҙә һалырға бурыслыбыҙ”, - ти Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.







