Был аҙна ваҡиғаларға бай була. Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы башлана. “Ҙур программа ҡаралған – делегаттар килә, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла, күргәҙмә һәм фестивалдәр ойошторола”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. Ул Беларустә төшөрөлгән “Башҡорт каникулдары” программаһын ҡарарға тәҡдим иткән. Сығарылыш иртәгә, 27 июндә иртәнге сәғәт 10-да БСТ телеканалында күрһәтелә.







