Нефтекамала йәшәгән Наталия һәм Мансаф Фәрхетдиновтар 18 бала тәрбиәләй. Оло улдары Данилға 23 йәш, Маша һәм Наташаға 6 ай ғына. “Беҙ хәйриә эше менән шөғөлләндек. Балалар йорттарында ла булдыҡ. Ата-әсәһеҙ ҡалған сабыйҙарҙы күргәс, битараф ҡала алманыҡ”, - ти ата-әсә. Фәрхетдиновтар ижади һәм әүҙем ғаилә. Июль башында улар “Волга буйы округының уңышлы ғаиләһе” конкурсына юллана. Фестиваль 2013 йылдан алып уҙғарыла. Унда өс һәм унан күберәк бала үҫтергән, шулай уҡ тәрбиәгә бала алған ғаиләләр ҡатнаша ала.







