Бөгөн Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумы эш башлай

Баш ҡалаға 3 меңгә яҡын ҡунаҡтың килеүе көтөлә. Форумда Рәсәйҙән тиҫтәләгән һәм Беларусь республикаһынан 7 губернатор ҡатнашырға теләк белдергән. Йыйында ике илдең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе асыла. Унда Рәсәйҙең 13, Беларусь республикаһының 6 төбәгенән 35 компания үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Беҙҙең ил делегацияһына Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Белоруссияныҡына Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова етәкселек итә. Фрумда иҡтисади, социаль, гуманитар һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләре күтәрелә. Шулай уҡ ике яҡлы сауҙа, эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса фекер алышыу ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ