Өфөлә «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале асыла

Рәсәй һәм Башҡортостан төбәктәренең 10-сы форумы сиктәрендә Өфөлә «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале асыла. Төрлө халыҡтарҙың милли ихаталарын сағылдырған күргәҙмә Зәки Вәлиди урамында Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙандан, Совет урамы киҫелешенә тиклем урын алған.

Бында Рәсәй һәм Беларусь республикаһы халыҡтарының милли үҙенсәлектәре, мәҙәниәте менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булдырылған. Драма театры алдындағы майҙанда башҡорт тирмәһен күрергә мөмкин. «Дуҫлыҡ урамында» шулай уҡ рус, татар, сыуаш, мари, мордва һәм башҡа милли ихаталары ла урын алған. Делегациялар һәр районға хас кәсептәр, аш-һыу өлгөләрен тәҡдим итә, оҫталыҡ дәрестәрен уҙғара.

Рәсәй һәм Беларусь республикаһы төбәктәренең 10-сы форумы барышында 27 июндә, милли кейемдәрҙәге иң ҙур әйлән-бәйлән, йәғни хороводҡа баҫыу буйынса донъя рекордын ҡуйыу планлаштырылған

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ