Июндең һуңғы шәмбеһендә Рәсәйҙә йәштәр көнө билдәләнде

Президент Владимир Путин күрһәтмәһе менән ул тәүге тапҡыр ойошторолдо. Быға тиклем ғәмәлдә булған бойороҡҡа ярашлы, был дата йыл һайын 27 июндә үткәрелә. СССР заманында ул - «совет йәштәре көнө» булараҡ байрам ителә. Өфөлә йәштәр көнө «Дуҫлыҡ монументы» янындағы Ағиҙел йылғаһы буйында уҙҙы. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. «Һеҙ һәләтле, бик ижади. Иң мөһиме - бик көслө һәм Тыуған илебеҙҙе яратаһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине төбәк етәксеһе.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ Бөтә донъя йәштәр фестивале алдынан кире иҫәпте башлауға старт бирҙе. Ул киләһе йылдың 29 февраленән 7 мартына тиклем «Сириус» федераль биләмәһендә уҙа. Көнө буйы дауам иткән Йәштәр байрамында оҫталыҡ дәрестәре, интерактив саралар үтте, төнгә тиклем өфөләрҙе үҙҙәренең сығыштары менән сәнғәт коллективтары ҡыуандырҙы. Яҡшы кәйеф өсөн шулай уҡ шаяндар һәм тапҡырҙар клубы яуаплы булды. Хедлайнер булып Белоруссиянан КВН-дың Юғары лигаһы чемпионы «Доктор хаусс» командаһы сығыш яһаны.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ