Бөгөн Өфөлә Рәсәй-Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә тиҫтәгә яҡын спорт төрө буйынса ярыштарға старт бирелде. Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, фигуралы шыуыу буйынса өс тапҡыр олимпия уйындары чемпионы Ирина Роднина һәм совет баскетболы Иван Едешко ҡатнашты. Спорт байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостандың баш ҡалаһы бөгөн йәнә донъяуи аренаға әүерелде. Мәктәп спорты фестивале халыҡ-ара кимәлдәге күләмле форумдың үҙенсәлекле биҙәге. Ул Рәсәйҙән һәм Беларусь Республикаһынан 400-гә яҡын йәш спортсыны берләштерә. Илдең йыйылма командаһы составында Луганск һәм Донецк республикаһы, Ҡырым һәм Севостополь уҡыусылары ла бар.
Уҡыусылар бөтәһе 7 спорт төрө - футбол, баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү буйынса көслөләрҙе асыҡлай. Спорт ярыштары өс майҙанда ойошторола, «Динамо» стадионында, Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә, Римма Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә. Олимпия уйындары чемпионы Иван Едешко әйтеүенсә, спорт балаларҙа рухи ныҡлыҡ тәрбиәләй. Әйткәндәй «Движение верх» нәфис фильмы уның спорт карьераһына бағышланған.
Киләсәктә был эшмәкәрлекте тағы ла камиллаштырыу ҡарала. Илдең һәр мәктәбендә спорт клубтары асыу, уларға уҡыусыларҙы йәлеп итеү күҙаллана.
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален Башҡортостан тәүге тапҡыр ҡабул итә. Был сара йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү, донъяуи талаптар менән таныштырыу, әҙерлек кимәлен күтәреү йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә. Фестиваль 29 июнгә тиклем дауам итә.
Р.Кәримова






