Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла йәрәхәтләнеүселәргә һәм ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙарға Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Төбәк башлығы хәрбиҙәргә барлыҡ Башҡортостан халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе. Республика халҡы һеҙҙең ғаиләләрегеҙ, үҙегеҙ тураһында ла хәстәрлек күрәсәк. Иҫән- һау кире әйләнеп ҡатығыҙ, тине Радий Хәбиров.

Минең өсөн был ҡәҙерле награда. Мобилизация буйынса туғыҙ ай хеҙмәт итеп ялға ҡайтҡанда ҙур бүләк булды. Әлбиттә бындай награда юҡҡа ғына тапшырылмай. Тырышлығымды баһалағандар икән, тимәк, мин дә тағы ла юғары күрһәткестәргә өлгәшергә бурыслымын.

«Иптәш» ҡушаматлы яугир
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ