Спорт ярышы — уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙаллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталығын камиллаштырыу, уларҙы берләштереү маҡсатында үткәрелде.
Милли йәйәнән уҡ атыу турниры республика кимәлендә Баймаҡ ерлегендә икенсе тапҡыр уҙғарыла. Уҡсылар шәхси һәм ғаилә беренселегендә һынау тотто. Өфө ҡалаһынан Низаметдиновтар был спорт төрө менән теләп шөғөлләнә. Беҙҙең өсөн төп шарт- еңеү түгел, ә башҡа уҡсылар менән аралашыу, тәжрибә бүлешеү, ти улар. Низаметдиновтар ярышта «Мәргән Ғаилә» исеменә лайыҡ булды.
Ямғырлы һауа торошона ҡарамаҫтан, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Ейәнсура райондарынан йыйылған уҡсылар ярышы сәмле барҙы. 30- ҙан ашыу спортсы бер нисә йүнәлеш буйынса милли йәйәнән уҡ атыуҙа үҙ оҫталыҡтарын һынаны.
Республика турниры Фәниә Мөхәмәтйәнова етәкләгән «Башҡорт» этноҡаласығы биләмәһендә ойошторолдо. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, 109 мәрәй йыйып Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан Илшат Ғатауллин Талҡаҫ мәргәне -исеменә лайыҡ булды, ҡатын -ҡыҙҙар араһынан иһә Учалы районынан 73 мәрәй йыйған Динә Вәлиеваға етеүсе булманы.
Альбина Байегетова



