Ейәнсура районы Мәзит ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! » байрамы үтте

Изге йәнтөйәген һағынып ҡайтыусылар туғандары, яҡындары менән осрашты. Төҙөлөп ятҡан мәсетте, кәртәләнгән «Аҡмалай шишмәһен» күреп, ауылдың төҙөклөгөнә, таҙа, йыйыштырылған урамдарына һоҡланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һағынып ҡайтҡан ҡунаҡтар өсөн һөйөнөслө күренеш. Уларҙы ауыл осонда уҡ яңыраҡ ойошторолған «Йәйғор» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле матур йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды.

Беҙҙең Мәзиттең бөтә ҡатын-ҡыҙҙары ауылдың төрлө сараларында әүҙем ҡатнашалар. Ансамблдә туғыҙ кеше йөрөй. Ваҡыт юҡлыҡҡа ҡарамай, ошо байрамдарҙа ҡатнашалар, репертуарыбыҙ төрлө йырҙарға байып бара.

Зөһрә Исмәғилева, «Йәйғор» ансамбле ағзаһы

Илмира Исәкәева ҡыҙы менән тәүге тапҡыр ауылдаштарына күргәҙмә тәҡдим итте. Экспозицияла кейеҙҙән баҫылған уйынсыҡтар, кейемдәр, картиналар, милли биҙәүес һәм түшелдеректәрҙе күрергә мөмкин ине.

Бәләкәйҙән сигәм, тәүҙә былай ғына мауыға инем. Хәҙер ҡыҙым да яратып, кейеҙ баҫыу менән шөғөлләнә. Ҡул эштәре минең күңелде тынысландыра, ял бирә. Был шөғөл миңә әсәйемдән күскәндер.

Илмира Исәкәева, ҡул оҫтаһы

Мәзит ауылында йәшәүсе Фәрзәнә Атнағолова республикала шәлдәрҙе биҙәкләп бәйләү оҫтаһы булараҡ билдәле Байрамда уға «Башҡортостандың халыҡ оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

2 кластан бәйләйем шәлдәрҙе, эй рәхәтәлнеп бәйләнек. Интернатта уҡығанда йәшереп тә бәйләнек. Күңел талабым минең.

Фәрзәнә Атнағолова, Башҡортостандың халыҡ оҫтаһы
Выборы 2026

Башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән ҡунаҡсыл Мәзиттәр ситтән ҡайтҡан туғандарын төрлө һөт ризыҡтары, милли аштар менән һыйланы. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 46 яугир, Еңеү менән ҡайтҡан 26 ветеран иҫтәлегенә ҡуйылған обелиссҡа венок һалынды.

Ауыл мәҙәниәт йорто булһынмы, обелиск яны булһынмы беҙ был эштәрҙә булышлыҡ итергә теләйбеҙ. Яҡтыртыу ҡорамалдары алыштырылды. Байрамға кеше бик күп ҡайтты, дуҫтарҙы, таныштарҙы осраштырҙы был сара.

Дәмин Юланов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы

Ауыл мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәре бара. Алдағы йылдарҙа тамашасы залын ремонтлау, музыка ҡоралдары һатып алыу ҡаралған. Был эштәрҙе атҡарыр өсөн Мәзиттәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылырға ниәтләй.

Ауыл биләмәһендә ете ауыл, сиратлап килә байрам. Әйтергә кәрәк, халыҡ бик актив, өмәләр башланды. Тирә-яҡ, йорт, кәртә-тирәһен бөтәһе лә төҙөкләндерергә тырышты, ауыл күҙгә күренеп матурланды.

Даян Атнағолов, Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы

Көн дауамында киң яландың уртаһында матур концерт барһа, икенсе урында милли көрәш, бағанаға менеү, көршәк ватыу, балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде. Байрамды ойошторуға көс һалған ауыл халҡы, әүҙем йәштәр, күп балалы әсәләр, өлгөлө ғаиләләр, ҡул оҫталары бүләкләнде.

Иҫән саҡта үҙеңдең тыуған ауылыңа ҡайтырға кәрәктер тип уйлайым. Сөнки һәр бер кеше тыуған ауылынан дауа ала, үҙеңдең туғандарың, бала саҡтан үҫкән ерен һиңә илһам бирә. Минең ауылдаштар шул тиклем рухлылар, берҙәмдәр.

Римма Баймырҙина, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! » Байрамында ҡатнашыусы

Тыуған ауылдарынан ситтә тормош ҡороп йәшәһәләр ҙә, тәпәй баҫҡан урындарын онотмай Мәзиттәр. "Аҡмалай шишмәһе«н кәртәләп, төҙөкләндереп ҡуйыуҙары быға асыҡ миҫал.

Кольцолар ултырттыҡ. Егеттәр менән һөйләштек, ауыл егеттәрен үҙегеҙ беләһегеҙ. Башланған эш тамамланған эш. Шунан өлкән ағайҙар килеп сыҡты, шишмәне юл ыңғайына төшөрөргә булдыҡ. 

Зәбир Аҙнабаев, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! » Байрамында ҡатнашыусы

Былтыр «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашыуҙары ла һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Сәләмәт тормош яҡлы Мәзит халҡы бергә тупланып, бар эштәрҙә әүҙемлек күрһәтә, һалдаттарға ярҙам итеүҙе изге бурыс тип һанай.

Мәзиттәрҙең «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыуының тағы бер әһәмиәте:улар йыйылыш үткәреп, мәсет урынын билдәләй. Иман йорто ауылдың ҡап уртаһында буласаҡ, ә ле бура күтәрелеп, ҡыйығы ябылған. Был сауаплы эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Сөнки «Берҙәмлектә — көс» ти Мәзит ауылы халҡы.

Фәниә Рафиҡова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ